Ул водителдәр һәм юл хәрәкәтендә ҡатнашыусы йәштәр менән профилактик эш алып барыуға арналған. Быйыл ике ай эсендә Башҡортостанда бәлиғ булмағандар ҡатнашлығында 35 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, уларҙа 36 бала йәрәхәтләнгән, 1 бала һәләк булған.
Профилактик саралар яҙғы каникул алдынан һәм каникул мәлендә лә уҙасаҡ. Был көндәрҙә дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре айырыуса күләмле саралар үткәрелгән урындарға иғтибар йүнәлтә. Балаларҙы автобустарҙа һәм автомобилдәрҙә ташыу ныҡлы контролгә алына. Мәктәптәрҙә әңгәмәләр, дәрестәр уҙғарыла, унда юлдағы тәртиптең төп ҡағиҙәләре аңлатыла, юлда йыш ҡабатланған осраҡтар ҡарала һәм анализлана.