Александр Лынник-бард, яҙыусы һәм радио алып барыусы, 64 йәшендә бала саҡ хыялын тормошҡа ашыра. Әле ул Ерҙең Төньяҡ ярымшарына һикереүгә әҙерләнә. Һикереү Өфөнөң юбилейына, осоусы Валерий Чкаловтың тыуыуына 120 йыл тулыуға һәм Космонавтика көнөнә арнала.
Бының өсөн парашютсы барокамерала гипоксик һулыш күнекмәләрен һәм түбән температура һынауын үтә. Ғәҙәти пациенттар бындай аппарат ярҙамында иммун системаһын нығытһа, Александр Лынник өсөн был парашют менән һикереүгә әҙерләнеү ысулдарының береһе.
Был ябай һикереү генә булмаясаҡ. Александр Лынник йыһангир Михаил Корниенко һәм «Стратонавтика» етәксеһе Денис Ефремов менән бергә донъя рекорды ҡуйырға ниәтләй. Парашютсылар стратосферала ике минутлыҡ осоштан һуң Төньяҡ полюсҡа төшәсәк.
Александр үҙенең күнекмәләр циклын тамамлаған да инде. Хәҙер ҡорамалдарҙы яңынан тикшереү һәм ҡотҡарыусыларҙы әҙерләү мөһим. Сөнки парашютсылар йыртҡыс хайуандар йәшәгән, йәки бар яҡтан хәүефле урынға төшөүе ихтимал. Әммә пилоттар хәүеф-хәтәрҙән ҡурҡмай. Уларҙың маҡсаты-үҙ амбицияларын тормошҡа ашырыу ғына түгел, ә Рәсәй авиацияһында «Беренселәр ваҡытын» дауам итеү. Экипаждың Мурманскиҙан Төньяҡ ярымшарға осоуы 2 апрелгә планлаштырылған.
Рәмилә Исмәғилева