Геройҙар мәңгегә хәтерҙә. Хәйбулла районы Татыр-Үҙәк ауылында махсус операцияла һәләк булған рядовой Александр Рыбальченко иҫтәлегенә мемориаль таҡтаташ беркетелде
Әгәр мин булмаһам, кем? Рядовой Александр Рыбальченконың девизы шул була.
Татыр-Үҙәк мәктәбен тамамлаған Закир Исҡужин, Александр Рыбальченко исемдәре мәғариф усағында белем алыусылар өсөн батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ өлгөһө.
Александр Рыбальченко 2023 йылда Рәсәй оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Мотоуҡсылар ғәскәрҙәрендә гранатометсы ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк була. Вафатынан һуң «Батырлыҡ Ордены» менән бүләкләнә. Ҡаһарман яҡташын иҫкә алырға власть вәкилдәре, ауылдаштары, туғандары, уҡытыусылары, уҡыусылар йыйылды.
Район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Александрҙың ысын Рәсәй патриоты, әүҙем гражданлыҡ позицияһы булған, Ватан алдында бурысын намыҫ һәм батырлыҡ менән үтәгән тыйнаҡ егет булыуын билдәләне. Яҡташтары хәтерендә лә ул асыҡ, һәр ваҡыт ярҙамға килергә әҙер мәрхәмәтле кеше булып ҡала.