Олоһо-кесеһе дөйөм эшкә үҙ өлөшөн индерергә ынтыла. Еңеүҙе яҡынайтыуға тылда тос өлөш индереүсе «Хәйбулла ирекмәндәре» хәрәкәте эшмәкәрлеге хаҡында киләһе яҙмала.
Хәйбулла районында махсус хәрби операциялағы һалдаттарға ярҙам итеүгә халыҡ әүҙем ҡушылған. «Хәйбулла ирекмәндәре» хәрәкәте төрлө быуын кешеләрен берләштерә. Улар яугир әсәләре һәм ҡатындары, райондың ярҙамсыл кешеләре, мәктәп уҡыусылары, балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре.
Дронға, тепловизорға ҡаршы юрған етештереү өсөн күп ваҡыт талап ителмәй.Әммә һыу үткәрмәй торған туҡыманы ҡатлам - ҡатлам итеп йыйырға кәрәк. Һуңынан юрғанды нығытыу өсөн бер нисә ҡат теген машинаһында тегергә. Хәҙерге хәрби хәрәкәттәрҙә пилотһыҙ аппараттар менән көрәш төп бурыстарҙың береһе булып тора.Бындай юрған яугирҙы дошман пуляһынан һаҡлай.Йәшерен әйберҙәр өсөн технологияны һәм материалды ирекмәндәр үҙҙәре таба.
Ирекмәндәр әленән-әле яңы идеялар эҙләй.Әлеге ваҡытта яраларҙы бәйләү пакеттарын тегеүгә әҙерлек бара. Был эш: материал әҙерләү, йыйыу, формалау, тегеү, төрөү, стерилләштереү һәм вакуумлаштырыу этаптарынан тора.
Ҡатын-ҡыҙ ирекмәндәр ялға бик һирәк кенә туҡтай. Исемле посылкаларҙы йыйыуға бер-нисә сәғәт ваҡыт китә. Ауыл мәҙәниәт йорттарында, мәктәптәрҙә, балалар баҡсаларында селтәрҙәр үрелә, Бүребай ауылының «Ҡояш» балалар баҡсаһында өс көн эсендә дүрт маскировка селтәре әҙер булған. Тәрбиәләнеүселәр яугирҙарҙың рухын күтәреү өсөн һүрәттәр ҙә төшөргән.
Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға шәхси эшҡыуар Татьяна Байғусҡарова поход мунсалары төҙөтә. Автомобиль прицыбына беркетелгән әҙер конструкцияны күсереп йөрөтөргә мөмкин.Изге ғәмәлдә иң мөһиме фиҙакәрлек, тырышлыҡ һәм күңел биреп эшләү.
Гүзәл Борханова