Белем алыу өсөн 50 мең һумлыҡ сертификат

Уға ярашлы өҫтәмә белем биреү ойошмаларында уҡып сығырға йәки квалификацияны күтәрергә мөмкин. Сертификатҡа махсус хәрби операция яугирҙары һәм уларҙың ғаилә ағзалары ла дәғүә итә ала.

Ғаризаларҙы урындағы мәшғүллек үҙәгенә тапшырырға мөмкин. Әлеге ваҡытта республикала 131 белем биреү сертификаты тапшырылған. Башлыса, водитель таныҡлығына уҡып сығыу программаһы популяр. Реестрға 45 белем биреү ойошмаһы ингән, улар меңдән ашыу һөнәри әҙерлек программаһы тәҡдим итә.