Ҡырмыҫҡалыла «Табын иле - илһам иле» шиғриәт конкурсына йомғаҡ яһалды

Табын иле - илһам иле. Ҡырмыҫҡалыла ошо исем аҫтында үткән шиғриәт конкурсына йомғаҡ яһалды. Унда Архангел, Ғафури һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан 30-ға яҡын һәүәҫкәр ижадсы ҡатнашты.

Конкурс тәүге тапҡыр 2018 йылда уҙғарыла. Быйылғыһы филология фәндәре докторы, әҙәбиәт белгесе, яҙыусы Тимерғәле Килмөхәмәтов иҫтәлегенә арналды. Ул тәүге конкурстың жюри рәйесе булған. Финалға үтеүселәр араһында еңеүселәр билдәләнде. Уларға дипломдар һәм конкурсанттарҙың ижад өлгөләре тупланған шиғри йыйынтыҡтар тапшырылды. Киләсәктә шиғриәт бәйгеһенең географияһы тағы ла киңәйер, табын ырыуы вәкилдәре йәшәгән ун бер район, Ырымбур, Һамар, Ҡурған өлкәләре, Татарстан ижадсылары ҡушылыр тигән өмөт бар.