«Биҙәк» дуҫтарын йыя. Бөгөн Өфөлә ошондай исем аҫтында милли мәҙәниәттәр фестивале үтте. Нәфис һүҙ, йыр, бейеү номинациялары буйынса ойошторолған ижади конкурста Башҡортостандың ике тиҫтәнән ашыу ҡала-районынан 100-гә яҡын бала ҡатнашты. «Биҙәк» республика милли мәҙәниәттәр фестивале икенсе тапҡыр ойошторола. Ул былтыр баш ҡаланың Ғәли Ибраһимов исемендәге 2-се башҡорт лицейы тарафынан ойошторола башлай. Күркәм башланғысты быйыл Башҡортостан Мәғариф һәм фән министрлығы, ҡала мәҙәнит идаралығы ла күтәреп алған. Конкурста ҡатнашыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова аралашты.
Сәхнә моңло йырҙарҙан, дәртле бейеүҙәрҙән яңғырап тора. Балаларҙың шиғри юлдарға һалынған ихлас, эскерһеҙ сығыштарынан күңел тула. Һәр номер сағыу, үҙенсәлекле. Ҡатнашыусылар ижади йәһәттән дә, костюмдарға ла етди ҡараған. Сараның милли мәҙәниәттәр фестивале тип аталыуы үҙе үк яуаплылыҡ, абруй өҫтәй, ти конкурсҡа килеүселәр. Хәйбуллалар «Биҙәк»тең өс номинацияһында ла һынау тота.
Баһалама ағзалары әйтеүенсә, конкурстың кимәле юғары. Балалар сәхнәлә үҙҙәрен иркен, ышаныслы тота, юғалып ҡалыусылар, йырҙың йәки шиғырҙың һүҙҙәрен онотоусылар юҡ. Тыумыштан бирелгән һәләт була, ҡайһы бер конкурсанттар сығыш яһамай, ә сәхнәлә йәшәй, ти баһалама ағзалары.
Конкурста еңеүселәр өс йәш төркөмө һәм өс номинация буйынса билдәләнә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, бер бала ла иғтибарһыҙ ҡалмаясаҡ. Сөнки фестивалдең төп маҡсаты балаларҙа бәләкәй саҡтан уҡ милли мәҙәниәтебеҙгә ҡыҙыҡһыныу уятыу, һөйөү тәрбиәләү.
«Биҙәк» милли мәҙәниәттәр фестивале икенсе тапҡыр ғына уҙғарыла, әммә әле үк уны яҙҙың иң матур сараларың береһе тип атарға мөмкин. Йәш таланттарҙы аса, үҫтерә, ҡанат ҡуя торған фестиваль. Ә быйылғы конкурстың Гран-приһы Туймазы егеттәрендә, улар башҡорт халыҡ йыры «Азамат» менән еңеү яуланы.
Рәмзиә Кәримова