Евразия ғилми-белем биреү үҙәгенең вуз-ара студенттар кампусында улар тренинг үтте. Башҡортостандың мәғариф һәм фән министры урынбаҫары менән әңгәмә ойошторолдо.
Уҡыусылар үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуаптар алды. Ил күләмендә Башҡортостан данын яҡлаясаҡ уҡыусыларға дипломдар тапшырылды. Баш ҡалалағы осрашыу йәштәргә олимпиада алдынан әҙерлек сараһы булып тора. Бөтә Рәсәй олимпиадалары ундан ашыу предметтан уҙғарылды. Ил кимәлендәге этапта былтыр республиканан 36 уҡыусы призлы урын алған. Республика федераль кимәлдә олимпиадалағы еңеүҙәр буйынса тәүге унау исемлегендә.