Стәрлетамаҡта «Йырла, бейе, тыуған халҡым, гөл-сәскә ат, Ватаным!» тип аталған яңы премьераһы уҙҙы

Стәрлетамаҡ дәүләт театр-концерт берекмәһе сәхнәһендә бейеү театрының «Йырла, бейе, тыуған халҡым, гөл-сәскә ат, Ватаным!» тип аталған яңы премьераһы уҙҙы. Легендар бейеү театры коллективы «Башҡортостан», «Башҡорт йөрәге»,» Ағиҙел тулҡындары» кеүек сағыу һәм милли рухтағы хореографик композицияларын тәҡдим итте.

Шулай уҡ тамашасылар рус, татар, сыуаш, мари, удмурт халыҡтары бейеүҙәрен алҡышланы. «Яҙғы бейеүҙәр», белорус халыҡ бейеүе лә премьера әҫәре. Уны Көньяҡ Осетия Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт эшмәкәре Алексей Шишкин ҡуйған. Сағыу сәхнә костюмдары, юғары башҡарыу техникаһы һәм артистарҙың маһирлығы һәр кемгә рух күтәренкелеге, ыңғай тәьҫораттар өҫтәне.