Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда «Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы» асылды

Уҡыусыларҙың яҙғы каникулдары алдынан Хәйбулла районы мәҙәниәт йортонда «Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы» асылды. Акцияның девизы - «Ғаилә уҡый - ил уҡый». Йәш китап һөйөүселәр менән БЮТ ижади төркөмө лә осрашты.

Китап уҡыусының тирә-яҡ мөхитте танып-белеү кимәлен һәм интеллектын арттыра. Билдәле рус яҙыусыһы Максим Горький: « Китап - кеше ижад иткән иң ҙур мөғжизә» тигән. Хәйбулла районы Аҡъяр балалар моделле китапханаһының 2400-ҙән ашыу уҡыусыһы ла мөғжизәләр менән тулы китап донъяһына тартыла. Малай - ҡыҙҙарҙың күптәренең яратҡан шөғөлдәре лә бар.

Акция балалар китабын пропагандалауға йүнәлтелгән. Балалар юғалған китапты эҙләне. Ауырлыҡтар, хәүеф-хәтәр уларҙы һәр аҙымында көттө, әммә дуҫлыҡ барыһын да еңде. «Әүҙем уҡыусы»номинацияһында Родион Головин алдынғы булһа, ғаиләләр араһында иң уҡымышлыһы тип Исхаҡовтар ғаиләһе танылды.»Иң әүҙем класс» номинацияһында иһә Аҡъяр ауылының 1-се мәктәбенең 2А класы бүләкләнде.

«Бөтә Рәсәй балалар китабы аҙналығы» быйыл 29 мартҡа тиклем уҙасаҡ. Аҙна дауамында йәш уҡыусылар балалар яҙыусылары ижады менән яҡындан танышасаҡ, ҡурсаҡ театры спектаклен тамаша ҡыласаҡ. Сара сиктәрендә малай-ҡыҙҙарға ҡыҙыҡлы викториналар һәм конкурстар үҙғарыу ҙа күҙаллана . Унда балалар үҙҙәренең белемен һәм зирәклеген күрһәтәсәк.

Гүзәл Борханова