Башҡортостанда 14 меңдән ашыу мәҙәниәт хеҙмәткәре һөнәри байрамын билдәләй. Был дата Рәсәйҙә 2007 йылдан йыл һайын 25 мартта үткәрелә. Республика Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова коллегаларын байрам менән ҡотланы һәм рухи-әхлаҡи ҡиммәтәрҙе һаҡлауға индергән өлөштәре өсөн рәхмәт белдерҙе. Бүздәк район мәҙәниәт йорто хормейстры Розалиә Шайхумова-Смакова 45 йылдан ашыу ғүмерен сәнғәткә арнаған. Күптән түгел ул Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә лайыҡ булды.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт