Эҫем ҡалаһында Башҡортостан микроавтобусы янған

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Силәбе өлкәһе буйынса баш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, транспоррт Үрге Ҡыйғынан Өфөгә китепи барған булған. Әммә билдәһеҙ сәбәп менән Эҫем янында янғын башланған.

Видеоҙманан күренеүенсә, техниканың двигателе яна, әммә ваҡыт үтеү менән ут салонға тиклем барып етә. Пассажирҙар янғын һағы подразделениелары килгәнгә тиклем сығып өлгөрә. Зыян күреүселәр теркәлмәгән. 19 кешенең барыһы ла икенсе транспорт менән Өфөгә килеп еткән.