Өфө фән һәм технологиялар университетының Стәрлетамаҡ филиалында “Заманса ҡаҙаныштар юҫығында төрки филологияһы” фәнни-практик конференцияһы уҙҙы. Сара профессор, филология фәндәре докторы Салауат Ғәлиндың 90 йыллығына арналды.
Салауат Ғәлин 400-гә яҡын фәнни һәм методик публикация, 20-нән ашыу китап, монографиялар авторы. Шулай уҡ ул башҡорт мәҙәниәте дәреслектәре, вуздар өсөн башҡорт фольклоры программалары, уҡытыу пособиелары өҫтөндә эшләй. «Башҡорт халыҡ ижады» күп томлы йыйынтығының автор-төҙөүселәренең береһе, яуаплы мөхәррире һәм мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы була.
«Заманса ҡаҙаныштар юҫығында төрки филологияһы» конференцияһында Башҡортостан район-ҡалалары вәкилдәренән тыш, Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Сыуаш, Тыва һәм Алтай республикалары тикшеренеүселәре ҡатнашты. Улар өс секцияла көс һынашты. Фәнни конференция сиктәрендә профессор Салауат Ғәлин премияһының 2024 йылғы лауреаттары бүләкләнде.