Росреестр буйынса төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, былтыр 6 меңдән ашыу ғариза ҡабул ителгән. Был күрһәткес 24 процентҡа артҡан. 2023 йылда яҡташтарыбыҙ Ырымбур өлкәһе, Татарстан, Ҡырым, Ставрополь һәм Краснодар крайҙары, шулай уҡ Мәскәү һәм Санкт-Петербургта күсемһеҙ милек алған. Бының өсөн документтарҙы Башҡортостандағы Күп функциялы үҙәк офистарына бирергә була.