Этник спорт төрҙәре буйынса халыҡ-ара ярыш сентябрҙә Астанала үтә. Унда 100 илдән 4 меңдән ашыу кеше ҡатнашыуы көтөлә. Беҙҙең республикала турнирға һайлап алыу июндә Иглин районында “Мәргән уҡсы” төбәк-ара фестивале һәм августа Баймаҡ районында “Башҡорт аты” халыҡ-ара фестивалендә үтә.