Хөкүмәт вице-премьеры Дмитрий Чернышенко белдереүенсә, быйыл 620,5 мең бюджет урыны була. Абитуриенттар “Вузға онлайн уҡырға ин” тигән суперсервис менән файҙалана ала. Дәүләт хеҙмәттәре порталы аша буласаҡ эш биреүсе менән маҡсатлы килешеүгә ҡул ҡуйырға була. Документ ярҙамында уҡыу тамамланғас йәш белгес эшкә урынлаша аласаҡ. Былтыр 2,2 миллион ғариза онлайн тапшырылған.