Дәүләт автоинспекторҙары полиция һәм транспорт министрлығы вәкилдәре менән берлектә рейдтар үткәрә. Ике айҙа республикала рөхсәтһеҙ эшләгән таксистар арҡаһында 13 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Аварияларҙа ике кеше һәләк булған, 19-ы йәрәхәтләнгән. Профилактик сара 31 мартҡа тиклем дауам итә.