Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң яугирҙар махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

Ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң мобилизация буйынса ил һағына баҫҡан 74 яҡташыбыҙ махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. «Өфө-арена» алдындағы майҙанда ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙы оҙатыу тантанаһы үтте. Яугирҙарҙың күбеһе икенсе-өсөнсөгә отпускыла булған. Ялда улар башлыса ғаиләләре эргәһендә булырға тырышҡан, яҡындары менән күрешеп аралашыу һәр кемгә көс-дәрт өҫтәгән.

Дуҫымды бер туған ағайым кеүек күреп оҙатырға килдем. Отпускыһы ҡыҫҡа булыуға ҡарамаҫтан, ваҡыт табып һөйләшеп өлгөрҙөк. Еңеү менән ҡайтыуын теләйем!

Тимур Яугирҙың, дуҫы