Өфөлә хәрби саҡырылыш комиссиялары етәкселәре, республика муниципалитеттары хәрби комиссарҙары менән ике көн дауамында йыйылыш үтә. Республика Хөкүмәте премьер- министры урынбаҫары Ирек Сәғитов ҡатнашлығында уҙған сарала 2023 йылғы хәрби саҡырылыш һөҙөмтәләре барланды. Йыйылышта алдағы хәрби саҡырылыш кампанияһына бурыстар билдәләнде.