Айгөл Әхмәтшина Лондон оркестры менән башҡорт халыҡ йырын яҙҙырған

Хәҙерге көндә Лондонда йәшәп ижад иткән яҡташыбыҙ, опера йырсыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Әхмәтшина оркестр менән «Һандуғас» башҡорт халыҡ йырын сығарған.

«Сәнғәткә юлым башҡорт халыҡ йырҙарынан башланды. Ә «Һандуғас» минең өсөн айырыуса әһәмиәткә эйә, сөнки ул миңә бала сағымды, өләсәйемдең йырлағанын иҫемә төшөрә. «Һандуғас» - йыр ғына түгел, ул тарих һәм мәҙәниәт символы, бының өсөн үҙенсәлекле башҡорт күлдәген һайланым. Һеҙгә оҡшар тип ышанам, тип яҙған опера йырсыһы. Билдәле булыуынса, Айгөл Әхмәтшина - Ҡырғыҙ-Миәкә ауылында тыуып үҫкән, Өфө сәнғәт училищеһын тамамлаған. Яҡташыбыҙ - билдәле донъя классик музыка лейблының эксклюзив артисы. Ул һуңғы 30 йылда контракт төҙөгән беренсе меццо-сопрано. Әйткәндәй, 2019 йылда Өфөлә Айгөл Әхмәтшинаның Рәсәйҙәге тәүге концерты үткәйне. Ул Башҡортостандың Милли симфоник оркестры менән сығыш яһаны.