Ейәнсура районында «Бураҡаева уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы

Ейәнсура районы үҙәге Иҫәнғолда «Бураҡаева уҡыуҙары» төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференция уҙҙы. Ойоштороусылар педагогик хеҙмәт ветераны, «Тормош һабаҡтары» программаһы һәм дәреслектәр, «Йәйләү» профилле сменаһы, «Башҡортостан ынйылары», «Урал батыр мәктәбе» проекттары авторы, яҙыусы, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мәрйәм Бураҡаеваның эшен дауам итеү, киләһе быуынға тапшырыу маҡсатын ҡуйҙы. Был хаҡта БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Конференцияны асыу тантанаһында күренекле педагог Мәрйәм Бураҡаева уҡытыусыларҙы видеобәйләнеш аша тәбрикләне. Бураҡаева уҡыуҙары ғилми-ғәмәли йүнәлештә барған этнопедагогик уҡыуҙар, автор үҙе лә ғүмере буйы ошо йүнәлештә эшләй. «Тормош һабаҡтары» дәресе 20 йылдан ашыу барҙы, уны ата-әсәләр ҙә, балалар ҙа, ғөмүмән, барыһы ла йылы ҡабул итте.» Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Дәмин Юланов барыһына ла уңыштар теләне.

Артабан уҡытыусылар «Урал батыр» эпосына арналған тематик секцияларҙа, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. «Музей ҡомартҡылары һөйләшә» дәресе үҫәргәндәрҙә һаҡланып, быуындан-быуынға тапшырылып килгән «Ҡара ат» легендаһына таянып үткәрелде.

Үҫмерҙәр Салауат Алсынбаевтың шәхси коллекцияһы менән танышты. Үҙенсәлекле коллекцияла бронза дәүеренән алып биш йөҙгә яҡын ҡомартҡы тупланған.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары сәхнә оҫтаһы Риф Әбүбәкировтың оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты. Заман уҡытыусыһы халхыбыҙҙың рухи һәм милли һыҙаттарын уҡыусыларға бейеү хәрәкттәре аша еткерә алһа дәрестәр күпкә ҡыҙыҡлыраҡ һәм мауыҡтырғас була тигән фекерҙә данлыҡлы бейеүсе.

«Аҫылташ» өлгөлө балалар театры режиссеры Радмир Дәүләтбәков тарафынан Рауил Бикбаевтан» Халҡыма хат» әҫәре сәхнәләштерелде. «Арғымаҡ» балалар телестудияһы хәбәрселәре иһә сараның иҫтәлекле мәлдәрен видеояҙмаға төшөрҙө.

Республика район -ҡалаларынан килгән уҡытыусылар Мәрйәм Бураҡаеваның хеҙмәттәре, әҫәрҙәре, этнопедагогика, уларҙың йәш быуынға әхлаҡи, патриотик, гражданлыҡ, экологик тәрбиә биреүҙәге өлөшө тураһында сығыш яһаны.

«Бураҡаева уҡыуҙарында» Гөлйөҙөм Күҫәкова һәм Фаягөл Әмирхановаларҙың сығыштары иң яҡшыһы тип табылды.

Бураҡаева уҡыуҙары төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы 2-се йыл рәттән уҙғарылды. Этнопедагогикаға арналған конференция республиканың төрлө-район ҡалаларынан 100-гә яҡын уҡытыусының тәжрибә уртаҡлашыу, аралашыу майҙансығына әүерелде. Ойоштороусылар «Бураҡаева уҡыуҙары» йыл һайын үтергә тейеш тигән һығымта яһаны.

Гүзәл Борханова