Батыр тора. Уның ҡарашы мәңгелеккә төбәлгән. Фуражка һәм кителе бик килешле. Ордендары бар. Күкрәгенән танк сығып килә... Һәйкәл был! Танкист һәйкәле. Постаментҡа уның исеме уйылған: Илвир Илмир улы Ғәлләмов. 30 апрель 1997 – 10 март 2022. Илвир Ғәлләмов Ҡораллы көстәр офицеры, взвод командиры, махсус хәрби операция геройы. Кушнаренко районы Ҡалтай ауылы егете. Яҡташтары батырҙарса һәләк булған яугиргә хөрмәт белдереп, һәйкәл асҡан. Ҡаһармандың бюсы мәктәп алдында тора, ул һәр иртә уҡыусыларҙы ҡаршылай. Белем усағының диуарына таҡтаташ беркетелгән. Ул да Илвир хаҡында хәтерләтә.
Броняһы ныҡ, үҙе етеҙ тиҙәр танктар тураһында. Был хәрби техниканы бөгөн дә ҡара шлемофон, солярка еҫе аңҡып торған комбинезон кейгән ир-егеттәр йүгәнләй. Уларҙың данлы олаталары, оло олаталары Украинала фашистарҙы ҡыйратҡан. Бөгөн беҙҙең һалдаттар нацистарға ҡаршы көрәшә. Рәсәй хәрбиҙәре алғы һыҙыҡта ҡуйылған бурысты намыҫ менән үтәй, сыҙамлыҡ һәм фиҙаҡәрлек күрһәтә. Шул иҫәптән беҙҙең танкистар ҙа. Улар дошмандың техникаһын, ут нөктәләрен, хәрбиҙәрен юҡ итә. Белгестәр танкистарҙың ҡыйыулығына, импровизация оҫталығына юғары баһа бирә. Батырлыҡ ордены кавалеры Илвир Ғәлләмов шундай яугирҙәрҙең береһе була. Ул 58-се армияның 42-се мото уҡсылар дивизияһының 71-се мото уҡсылар полкында хеҙмәт итә. Танк взводы командиры. Ата-әсәһенең ышанысы, ғорурлығы, мәктәбенең намыҫы, ауылының геройы, республика даны булған офицер хаҡында яҡындары һәм яҡташтарының иҫтәлектәрен тупланыҡ. Изге йөрәктән сыҡҡан, саф хис-тойғолар, күҙ йәше менән һуғарылған хәтирәләр был.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайт