Айырыуса балалар араһында аңлатыу эше алып барырға кәрәк. - "Крокус" комплексында теракттан һуң граждандарҙы террор ғәмәле ҡылырға өндәп шылтыратыуҙар, СМС-хәбәрҙәр артҡан. Аҡса түләргә вәғәҙәләйҙәр. Бындай кешеләр менән аралашырға ярамай. Шунда уҡ тәртип һаҡсыларына хәбәр итергә кәрәк, тип иҫкәртәләр ведомствонан.