Башҡортостанда иң һирәк исемдәрҙе атанылар

1 ғинуарҙан 26 мартҡа тиклем  ЗАГСта  теркәлгән  мәғлүмәттәр анализланды.  Ҡыҙҙарға ҡушылған үҙенсәлекле исемдәр - Милла, Ясира, Артемида, Делуна, Радэлина.  Малайҙар араһында Дим, Хамзат, Солтанморат, Абдулазиз, Мөхәмәт-Әмин һирәк теркәлгән.  Сабыйҙарға Ева, София, Арина, Ясмина, Әминә,  Матвей, Артем, Әмир, Тимур тигән исемдәрҙе йышыраҡ ҡушҡандар.