Халыҡ-ара форумда ауыл хужалығы ҡаҙаныштарына арналған ҙур күргәҙмә ойошторолған. Йыл һайын март аҙағында уҙғарылған сарала быйыл 40 төбәктән 360 предприятие үҙ тауарҙарын тәҡдим итә. Быйыл форумға Ҡытай, Нигерия, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия республикаһынан ҡунаҡтар килгән. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Йөҙҙөн ашыу ҡеүәтле техника өлгөһө бер майҙанда. Башҡортостанда эшләй башлаған агросәнәғәт форумында ауыл хужалығы ҡаҙаныштары презентацияланды. Төбәктә 34-се тапҡыр ойошторолған сара ауыл хужалығы белгестәрен, крәҫтиән-фермер хужалыҡтары етәкселәрен, эшҡыуарҙарҙы берләштерҙе.
Агросәнәғәт күргәҙмәһе халыҡ-ара кимәлдә ойошторолдо. Быйыл сараға Ҡытай, Нигерия, Ҡаҙағстан һәм Белоруссия республикаһынан да ҡунаҡтар килде. Улар Башҡортостан менән эшлекле мөнәсәбәттәрҙе нығытып, уртаҡ проекттарҙы тормошҡа ашырырға ниәтләй.
Агросәнәғәт форумы сиктәрендә Саҡмағош районында «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлегенә лә старт бирелде.
Был турала Башҡортостан башлығы социаль селтәрҙәрҙә яҙған. «2023 йылда инвесторҙар көсө менән банкрот хәлендәге предприятие яңыртылды. Хәҙер фабриканан яңы уңыштар көтәбеҙ - маҡсат йылына 480 тонна ҡош ите етештереү. Бынан тыш, халыҡ-ара форум сиктәрендә Бүздәк ауылының 1-се мәктәбендә «Авилат» хужалығы ярҙамында агрокласс асылды. Бында 617 уҡыусы белем ала, уларҙың күбеһе тормошон ауыл хужалығы тармағы менән бәйләргә ниәтләй. Барлығы Башҡортостандың 39 районында 126 агрокласс иҫәпләнә. Күреүебеҙсә, төбәк агросәнәғәт комплексы үҫеш юлында., тип яҙған төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Республика ауыл хужалығы ҡаҙаныштары менән 29 мартҡа тиклем ВДНХ-ЭКСПО майҙанында танышырға мөмкин.
Флорида Ким