Ҡушый ауылында янғында зыян күреүселәр санавиация линияһы буйынса реанимобилдә дауаханаға килгән

Бөгөн Өфө табиптары санавиация линияһы буйынса ике реанимобилдә Асҡар үҙәк районы дауаханаһына килгән. Улар Ҡушый ауылында янғында зыян күреүселәргә медицина ярҙамы күрһәтә.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 5 кеше, шул иҫәптән күп балалы әсә, уның өс балаһы, шулай уҡ ҡатындың әхирәте, көслө тән йәрәхәттәре алған. Ҡазаға тарыусылар янғындан һуң дауаханаға оҙатыла. Дүрт кешенең, шул иҫәптән өс баланың һәм йөклө ҡатындың хәле тотроҡло ауыр тип баһалана. Бер өлкән пациенттың хәле - тотороҡло уртаса ауырлыҡта, - тип хәбәр иттеләр Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан.

Пациенттарҙы өҫтәмә рәүештә комбустиологтар, реаниматологтар ҡараған, уның һөҙөмтәһе буйынса баш ҡалаға транспортлау мәсьәләһе хәл ителгән. Әлеге ваҡытта Исламғоловтар өсөн ярҙам йыйыу ойошторолған. Ҡазаланған ғаиләгә аҡсалата, әйберләтә ярҙам кәрәк. Аҡсалата ярҙамды ғаилә башлығы Юлдаш Исламғолов исеменә ебәрергә мөмкин. Һаҡлыҡ банкына бәйле телефон һандары: 8- 999 - 622-75-43 – Юлдаш Сәғит улы Исламғолов