Баш ҡалала «Йәш һөнәрмән» фестивале уҙҙы

«Педагогик компетенциялар үҙәге» белем биреү кластеры базаһында «Йәш һөнәрмән» фестивале уҙҙы. Унда баш ҡаланың мәктәпкәсә йәштәге мәғариф учреждениелары тәрбиәләнеүселәре ҡатнашты. Чемпионатта кескәйҙәр төрлө компетенцияларҙа көс һынашты.

Улар әле Р хәрефен дә әйтә белмәй. Әммә тәмле итеп торт бешерә ала. Биш йәшлек кенә ҡыҙҙар тырышып торт әҙерләгән. Был бүлмәлә буласаҡ кондитерҙар йыйылған. Күрше кабинетта кескәйҙәр робот техникаһы буйынса үҙҙәрен һынай.

Буласаҡ спортсылар фитнес темаһында белемен күрһәтте. Һәр йүнәлеш буйынса баһалама комиссия эшләне.

Ҡыҙҙарҙың иң яратҡан шөғөлдәренең береһе - сәс үреү. Фестивалдә уларға был йәһәттә оҫталыҡ буйынса ярышырға тура тура килде. Ғәҙәттәгесә, ҡурсаҡтарға түгел, ә ирекмәндәргә прическа яһарға тура килде.

Фестиваль кондитер эше, мобиль робототехника, мәктәпкәсә белем биреү, фитнес, һәм парикмахер компетенциялары буйынса үтте. Һәр йүнәлештән еңеүсе Башҡортостан данын ил кимәлендәге чемпионатта яҡлаясаҡ.

Рәмилә Исмәғилева