Федоровка районынан Асия Мөхтәрова ағас һәм пластик материалдан һауыт-һаба, шкатулкалар эшләй. Идеяларын тормошҡа ашырғанда ул ҡатырға, сағыу буяуҙар, ҡарбуз орлоҡтарын ҡуллана. Шулай уҡ оҫтаның тағы ла бер яратҡан шөғөлө бар - балалары төшөргән фотоһүрәттәргә рамкалар эшләй. Асия Хөснулла ҡыҙының йорто ысын мәғәнәһендә галереяны хәтерләтә, үҙ ҡулдары менән яһалған эштәрен ул һатыуға сығармай, яҡындарына бүләк итә. Ҡатын шәжәрә ағасын эшләп тә туғанлыҡ көсөн нығытҡан.
Оҫтаның башланғыстарын тормош иптәше ҡеүәтләй, ғаилә ҡороп йәшәүҙәренә лә ҡырҡ йыл ваҡыт үткән. Рәис Мөхтәров үҙе лә ҡул эштәренә әүәҫ. Ҡарҙан йыл символдары һындарын яһай. Шулай уҡ ғаилә башлығы ауыл биләмәһендәге шишмәләрҙе төҙөкләндереүҙә лә әүҙемлек күрһәтә.