Саҡмағош районында һөт һауыу күләме артҡан

Уны малсылар көндәр йылыныу менән аңлата. Фермерҙар фекеренсә, һыйырҙарҙы баҫыуға сығарыу менән һауым бермә-бер артҡан. Предприятиела заманса технологиялар ҡулланыла, модернизация үткәрелгән, яңы ҡорамалдар урынлаштырылған. Һуңғы йылда хужалыҡ тулайым һөт етештереү буйынса республикала иң яҡшы бишәү иҫәбендә.

Балаларға сәләмәт булыр өсөн һөт эсергә кәрәк тигән һүҙҙәргә лаборант төҙәтмә индерә: ә быҙауҙарға иһә пастеризацияланған ғына һөт. Сөнки унда нығынып етмәгән организмға зыян килтереүсе бактериялар булмай.

Йәш быҙауҙарға яңы пастеризацияланған һөт бирәбеҙ.Ул бик таҙа һәм сифатлы. Быҙауҙар тиҙ үҫә. Артым 800 граммдан килограммға тиклем була. Үлем осраҡтарына юл ҡуйылмай.

Вера Остеоглу, һөт цехы лаборанты

Яңы тыуған быҙауҙарға ай буйына пастеризацияланған һөт бирелгән.

Улар йылы һарайҙа уңайлы шарттарҙа аҫрала. Мөгөҙҙәре лә сыҡмаған малҡайҙар бер нисә айҙан яңы бинаға күсереләсәк. Быҙауҙарҙа шарттар яҡшырыу менән, уларҙы тәрбиәләүсе хеҙмәткәрҙәр штаты ла артасаҡ.

Көндәр йылытыу менән һыйырҙар ангарҙан яланға сығарылған.

Был һауымға ла ыңғай тәьҫир итә. Ерле халыҡ та шәхси хужалыҡтарҙа тупланған тәжрибәһенә таяна.

Һыйыр малы рационында сенаж, силос, һалам, сода, тоҙ һәм аҡбур өҫтәлгән ҡатнаш аҙыҡ. Мал аҙығы бер-нисә йыл элек банкротҡа әүерелгән предприятие биләмәһендә һаҡлана. Иҫке бина һүтелеү менән яңыһы төҙөләсәк. Хужалыҡ йылдам үҫешһен өсөн, малдарҙы яҡшы итеп тәрбиәләү зарур.

Гүзәл Борханова