Республика ғалимдары аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеге мәсьәләләрен күтәрә

Сара бөгөн Евразия фәнни-белем биреү үҙәгенең юғары уҡыу йорттары араһындағы студенттар кампусында түңәрәк өҫтәл форматында үтте. Фекер алышыуҙа ҡатнашҡан өс тиҫтәләп ғалим тармаҡ мәсьәләләрен тикшереп, үҙ тәҡдимдәрен индерҙе. Уның нигеҙендә махсус проектҡа нигеҙ һалынасаҡ. Белгестәр функциональ туҡланыуҙың яңы концепцияһында Башҡортостанда үҫкән дарыу үләндәрен файҙаланыуға айырым иғтибар бүлергә ниәтләй.

Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәге киләсәктә генетика, биология, химия һәм медицина тармағында эшләгән ғалимдарҙы бер майҙанға йыйыу бурысын ҡуя. Был йәһәттән махсус проект ҡабул ителәсәк. Ул фән өлкәһендәге ҡаҙаныштар һәр кемгә файҙалы булһын өсөн эшләнә.

Наталия Латипова, Башҡортостандың фәнни-белем биреү үҙәгенең идара итеүсе компанияһы директоры