Уҙған аҙнала “Инцидент-менеджмент” системаһына 4 мең 400-гә яҡын мөрәжәғәт килгән. Һәр дүртенсе хәбәр юл торошона бәйле булған. Халыҡ урамдар һәм тротуарҙа ҡарҙы таҙартмау, соҡорҙар һәм ремонт мәсьәләләре буйынса яҙған. Өфө һәм Стәрлетамаҡ ҡалалары, Мәләүез, Иглин, Благовещен райондарынан ошондай ялыуҙар булған. Социаль селтәрҙәрҙә шулай уҡ биләмәләрҙе төҙөкләндереү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, һаулыҡ һаҡлау, йәмәғәт транспорты буйынса мөрәжәғәттәр күп теркәлгән.