Башҡортостан ҡаҙнаһын тулыландырыу өсөн яңы мөмкинлек барлыҡҡа килә

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәсәй Ҡала төҙөлөшө кодексына үҙгәреш әҙерләгән. Закон проектына ярашлы, ер биләмәһен ҡулланыуҙы үҙгәртергә рөхсәт ителә һәм бының өсөн түләү алына. Мәҫәлән, участкала төҙөлөш алып барырға була. Әле бындай алым Мәскәүҙә тормошҡа ашырыла. Хәҙер ошондай тәжрибәне бөтә төбәктәргә таратырға тәҡдим ителә. Закон проекты иртәгә республика парламентының пленар ултырышында ҡарала.