Депутаттар мәктәптә мобиль телефондарҙы тыйырға ниәтләй

Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа мәғарифкә бәйле законға үҙгәреш әҙерләнгән. Ҡанун проектына ярашлы, мәктәптә дәрес ваҡытында мобиль телефон менән ҡулланыу сикләнә. Тәнәфес ваҡытында йәки айырым осраҡтарҙа гаджет менән файҙаланырға була. Закон проекты иртәгә пленар ултырышта беренсе уҡыуҙа ҡарала.