Ярыш Саранскиҙа уҙҙы. Унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән 19-40 йәшлек спортсылар ҡатнашты. Турнир һөҙөмтәләре буйынса беҙҙең республика бокс оҫталары 4 алтын, ике көмөш һәм өс бронза миҙал яуланы. Команда ярышында Башҡортостан вәкилдәре беренсе урын алды.