"Хәүефһеҙ ҡала" комплексын үҫтереү темаһы республика хөкүмәтендә ҡаралды. - Система яңы хәүефтәргә яраҡлашырға тейеш, -тип белдерелде. Республика видеокүҙәтеү комплексында 4 меңдән ашыу камера бар. Уларҙың күбеһен полицияның дежур бүлексәләре ҡуллана. Уҙған йылда камераалар ярҙамында 158 енәйәт асыҡланған. Әле кешенең йөҙө ярҙамында шәхесте билдәләгән, юғалған кешеләрҙе эҙләй алған система проекты һынала. Был комплексты өҫтәмә финанслау кәрәклеге тураһында ла әйтелде.