“Уңайлы ҡала мөхите булдырыу” федераль проекты буйынса тауыш биреү бара. Башҡортостан халҡы үҙ ауылы һәм ҡалаһында киләһе йылда төҙөкләндереләсәк объекттарҙы һайлай. Мәҫәлән, Өфөлә исемлектә 18 биләмә күрһәтелгән. Әле Ленин паркы беренсе урында килә. Тауыш биреү 30 апрелгә тиклем дауам итә. Быйыл федераль проект буйынса баш ҡалала Урмансылар паркы тәртипкә килтерелә.