Дәүләт Йыйылышы–Ҡоролтай Граждандар кодексына төҙәтмә индерҙе. Ғәмәлдәге ҡануниәт буйынса күсемһеҙ милекте бүләк итеү килешеүенә күп функциялы үҙәктә ҡул ҡуйырға була. Мутлашыусылар ошонан ҡулланып алдаҡ юл менән яңғыҙ йәшәгән пенсионерҙар йәки алама тормош алып барғандар фатирҙарын тартып ала. Республика парламенты әҙерләгән үҙгәрешкә ярашлы, документтарҙы мотлаҡ нотариус раҫларға тейеш. Закон проекты Дәүләт Думаһына ебәрелгән. Ул майҙа беренсе уҡыуҙа ҡарала.