Радий Хәбиров Ватанды һаҡлаусыларҙы һөнәри байрамы менән ҡотланы

Бөгөн милли гвардия ғәскәрҙәре көнө. Ватанды һаҡлаусыларҙың айырым категорияһы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамы менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡотланы. Үҙ эшендә хәрбиҙәр һәм ведомство хеҙмәткәрҙәре көн һайын тиерлек ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя. Улар яуаплы бурыстарын профессиональ кимәлдә башҡара. Халҡыбыҙҙың тыныслығын һаҡлай, хәүефһеҙлеген тәьмин итә.

Бөгөн Башҡортостандан Салауат Юлаев исемен йөрөткән ике ирекле батальон Рәсәй гвардияһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. Батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ күрһәтеп, беҙҙең ир-егеттәр Ватаныбыҙҙы фиҙаҡәр яҡлай, киләсәктә еңеүгә ҙур өлөш индерә. Рәсәй гвардияһы хәрбиҙәренә, хеҙмәткәрҙәренә һәм ветерандарына һаулыҡ, уңыштар, именлек теләйем. Ғаиләләрегеҙгә изгелек һәм тыныслыҡ, тиелә Башҡортостан башлығы ҡотлауында.