Былтыр эш башланған түңәрәктә бөгөн өс тиҫтәләп уҡыусы шөғөлләнә. Бының өсөн гимназияла бар шарттар ҙа тыуҙырылған. Башҡорт яндары ла махсус заказ буйынса алына. Уҡ атыу серҙәренә ныҡлап төшөнгән малай-ҡыҙҙар төрлө ярыштарҙа ла ҡатнашып өлгөрә. Күптән түгел гимназиянан ике уҡыусы республика кимәлендәге бәйгелә еңеү яулаған. Һөҙөмтә булғанға күрә, түңәрәккә теләп йөрөүселәр ҙә бик күп.