Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Өфө рәссамы Александр Скорняковтың картинаһы менән бүлеште

Доға ҡыл, мин һине ҡаплармын. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә Өфө рәссамы Александр Скорняковтың картинаһы менән бүлеште. Унда алғы һыҙыҡтағы ике яугир һүрәтләнгән. Уларҙың береһе намаҙ уҡыусы мосолман. Был ваҡытта уның ғүмерен иптәше һаҡлай. Махсус хәрби операция биләмәһендә ислам һәм христиан динле Башҡортостан вәкилдәре хеҙмәт итә. Улар өсөн диндең сиктәре юҡ, һәр яугир полкташының динен хөрмәт итә. Был фекерҙе Александр Скорняков еткерә. Уның картинаһы - беҙҙең ҙур, әммә берҙәм ил яугирҙарының ысын хәрби туғанлығы тураһында, - тип яҙған Башҡортостан башлығы.

Радий Хәбировтың был яҙмаһы республика халҡын тетрәндерҙе, күптәр уны үҙҙәренең биттәренә күсереп ҡуйҙы. Улар араһында махсус хәрби операцияла Башҡортостан яугирҙарының рухи остазы Хәмзә хәҙрәт менән отец Виктор ҙа бар. Полк руханиҙары Башҡортостанда һәр ваҡыт милләт-ара һәм халыҡтар дуҫлығы хакимлыҡ итеүен билдәләй.