Махсус хәрби операция биләмәһендәге яугирҙарға ирекмәндәрҙән гуманитар ярҙам

Ейәнсура районы ауылдарында йәшәүсе ирекмәндәр был изге эште күмәк көс менән башҡара. Уларҙың эшмәкәрлеге хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова яҙмаһында.

Йылы йөкмәткеле хаттарҙа тыуған яҡ сәләме. Хат авторы 5-се класс уҡыусыһы Айгиз Абдрахманов. Айгиз һәм уның тиҫтерҙәре яугирҙарға мәктәп тормошо, тырышып уҡыуҙары хаҡында бәйән итә. Үҫмерҙәрҙең илебеҙҙе фашистарҙан һаҡлаусы хәрбиҙәргә теләге бер: ир-егеттәр Еңеү менән иҫән-һау әйләнеп ҡайтһын.

Туҡмас йәйгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡулына күҙ эйәрмәй. Ирекмән ҡатын-ҡыҙҙар ял көндәре Фәрзәнә Аҡсуринаның аш бүлмәһендә йыйыла. Гүзәл заттар 17-се гуманитар конвойға туҡмас баҫып ҡырҡыу менән мәшғүл.

Башҡорт Үргене урта мәктәбе ирекмән ҡатын -ҡыҙҙары ай элек яугирҙарға ҡамырҙан тәмлекәстәр әҙерләп гуманитар ярҙам оҙатҡан. Һалма-туҡмастарҙың бер нисә төрөн, көлсә, бауырһаҡ, күмәстәр һәм татлы кәнфиттәр ебәргән.

Махсус хәрби операция биләмәһендә хеҙмәт итеүсе ейәнсураларҙы берҙәмлек, яҡташлыҡ тойғоһо берләштерә. Ҡыҫҡа ваҡытлы ялға ҡайтыусылар араһында «Торба» ҡушаматлы яугир ҙа бар.

Күрһәтелгән гуманитар ярҙамға иптәштәрем һәм үҙемдең исемемдән оло рәхмәтемде еткерәм. Уҡыусыларҙың йылы хаттары, ғаиләләрҙән адреслы посылкалар, район халҡы тарафынан тапшырылған ярҙам һәм «Нива» автомобиле рухыбыҙҙы нығыта, хәрби хеҙмәтте күпкә еңеләйтә.

«Торба» ҡушаматлы яугир

Ейәнсура ирекмәндәре сираттағы 17 -се гуманитар ылау туплау менән мәшғүл. Был юлы төҙөлөш материалдары, аҙыҡ-түлек запасы менән бергә окоп шәмдәре, маскировка селтәрҙәре, гигиена кәрәк-яраҡтары яугирҙарға Донбассҡа оҙатыласаҡ.

Гүзәл Борханова