Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Яңылыҡтар хеҙмәте иғлан иткән акция тамамланды

Тыл ныҡлы булғанда еңеү килә. Ватанды һаҡлаусылар көнө алдынан Яңылыҡтар хеҙмәте акция иғлан иткәйне. Бер ай дауамында республикала йәшәүселәр яугирҙарға пилотһыҙ осоу аппараты һатып алыу өсөн аҡса йыйҙы. Беҙҙең иҫәпкә барлығы 252 мең 961 һум күсте. Айырыуса Тирлән урмансылығы хеҙмәткәрҙәре ҙур әүҙемлек күрһәтте. Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар теләге буйынса DJI Mavic һатып алынды.

Заманса дрон Ватан алдындағы бурыстарҙы үтәү өсөн һөҙөмтәле инструмент булып тора. Бынан тыш, Стәрлетамаҡтан эшҡыуар Александр Кузьменко 3Д-принтер ярҙамында пилотһыҙ осоусы аппаратҡа гранатаны теүәл ташлау ҡулайламалары эшләп, гуманитар ярҙамда ҡатнашты. Йүнсел шулай уҡ медицина кәрәк-яраҡтары менән тәьмин итте. Түбәнге Новгородтан Светлана Гәрәева ла яугирҙар өсөн комьютер һәм принтер ебәрергә вәғәҙәләне.