Башҡортостанда биләмәләрҙе һыу баҫыуға бәйле хәл контролдә тотола

Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының төбәк буйынса баш идаралығы көстәре һәм саралары юғары әҙерлек режимында эшләй. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, тиҫтәләп муниципаль берәмектә ҡар иреүе һәм ямғыр һөҙөмтәһендә биләмәләрҙе һыу баҫыуы теркәлгән. Халыҡтан килгән һәр хәбәр буйынса тикшереү үткәрелә, урындарға техника йүнәлтелгән. Һыу баҫыу тураһында хәбәрҙәр бөгөн Ишембай, Туймазы, Стәрлебаш, Ейәнсура, Хәйбулла, Әбйәлил райондарынан, шулай уҡ Сибай, Туймазы, Дәүләкән һәм Өфө ҡалаларынан ҡабул ителгән.

Шулай уҡ бөгөн Хәйбулла районы Йәнтеш ауылы янында тауҙан шыуып төшкән ҡар юлды ҡаплаған. Юлды таҙартыу өсөн махсус техника саҡыртылған.