Бындай күләмдәге хәләл продукцияны баҙарға «Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһы сығарырға әҙер. Был аҙнала предприятиеның яңы корпусы сафҡа индерелде. Республика өсөн өҫтөнлөклө тип танылған инвестиция проекты тураһында ентекләберәк БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин.
Дилбәр Латипова ҡошсолоҡ фабрикаһына күптән түгел урынлашыуына ҡарамаҫтан, эш тәртибенә тулыһынса өйрәнгән. Сменалап эшләгән хеҙмәткәр себеш ҡарауҙан ҡәнәғәт. Замансалаштырылған шарттар тыуҙырылһа ла, ҙур яуаплылыҡ талап ителә.
Ҡошсолоҡ фабрикаһы эшмәкәрлегенә Өфөлә асылған агросәнәғәт форумы сиктәрендә старт бирелде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылда инвесторҙар көсө менән банкрот хәлендәге предприятие яңыртылды. Ете йыл самаһы буш торған комплекс киләсәктә хәләл продукция етештереүҙе яйға һалырға өмөт итә. Ошо маҡсатта йылына 480 тонна ҡош итен эшкәртеү бурысы ҡуйыла.
Хәләл ит етештереүҙә махсуслашҡан предприятиела себештәргә тик тәбиғи аҙыҡ бирелә. Ашатыу-эсеү ҙә тәүлек әйләнәһенә яңыртылып тора.
Бөгөн фабрикала себештәр һаны 12 меңгә еткән. Улар 45 көндән һуң, иткә ебәреләсәк. Хәләл продукцияның тәүге партияһы иһә республика халҡына бер айҙан тәҡдим ителәсәк. Әйткәндәй, йыл аҙағына тиклем комплекстың киңәйтелеүе көтөлә. Ошо нигеҙҙә яңы эш урындарын да булдырыу ҡаралған.
Азат Ғәлиуллин