Имен-аман тороғоҙ! Ошо исем аҫтында Өфөлә Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында билдәле радиожурналист, яҙыусы һәм тәржемәсе Рәсүл Сәғитовтың әҙәби-ижад кисәһе үтте.
Байрам Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәренең 60 йәшлек юбилейына арналды. Осрашыуға әҙиптең ижадташ дуҫтары, яҡындары йыйылды, һәр кем Рәсүл Сәғитов менән бәйле төрлө хәтирәләр менән бүлеште. Юбиляр үҙе лә гармунда уйнап, йыр-моң бүләк итте.
Рәсүл Сәғитов 14 китап һәм тиҫтәләрсә мәҡәләләр авторы. Уның китаптары башҡорт, рус һәм татар телендә лә донъя күргән. Әлеге ваҡытта Рәсүл Хәсән улы «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Юлдаш» радиоһында ижтимағи-сәйәси программалар бүлеген етәкләй.