Ял базаһы Саруа күле-шишмәһе ярында, тәбиғәт ҡомартҡыһы эргәһендә. Башҡортостандағы матур урындарҙың береһен һыу аҫтына сумыусылар, дайверҙар үҙ итә. Күл ҡышҡыһын да туңмай. Ике ҡатлы а-фреймдарҙың һыйҙырышлылығы һигеҙ кешегә етә. Өйҙә душ һәм мунса бар. Йәйгеһен ихатала бассейн һәм балалар майҙансығы төҙөләсәк. Урындағы маршруттар буйынса квадроциклдарҙа йөрөүҙе ойоштороу күҙаллана. Киләсәктә күрше участкаларҙа тағы 8 өй барлыҡҡа киләсәк.