Өфөлә Агросәнәғәт форумы дауам итә. Республика хужалыҡтарының ситкә 1 миллиард долларға тауар оҙатыу мөмкинлеге бар, ти сарала ҡатнашҡан эксперттар. Башҡортостандан көнбағыш һәм рапс майы, төпрә, шәкәр һәм иген күпләп экспортлана. Киләсәктә киптерелгән һөт, ит ризыҡтары, бал һәм спирт һатыуҙа күрһәткестәрҙе тағы үҫтерергә була.