Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, әле ауыл һәм ҡалаларҙа 88 меңдән ашыу контейнер иҫәпләнә. Республикала яңы полигондар, сүп-сар эшкәртеү комплекстары барлыҡҡа килде. Былтыр ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын айырып йыйыу заводтарын асыу өсөн 10 миллиард һумға өс концессион килешеүгә ҡул ҡуйылды. Быйыл тағы ошондай өс комплекс төҙөлә.