Баҡалы районында яңы ФАП асылды

Медицина  учреждениеһы Юлтимер ауылында урынлашҡан, бер нисә ауыл халҡын хеҙмәтләндерә, тип хәбәр итәләр Һаулыҡ һаҡлау  министрлығынан. Фельдшер-акушер пункты  "Һаулыҡ  һаҡлау" милли проекты буйынса төҙөлгән.   Бина заманса  йыһазландырылған. Башҡортсотанда  ФАПтарҙың 96 проценттан күберәге  интернетҡа  тоташҡан.