Башҡортостанда былтыр 309 меңдән ашыу балалы ғаиләгә дәүләт ярҙамы күрһәтелгән

Бының өсөн бюджеттан 14 миллиард һум тотонолған, тип хәбәр итәләр Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан. Республикала күп балалы ғаиләләр тауар һәм хеҙмәттәр өсөн махсус ташламалар менән дә файҙалана ала. Исемлектә 850 ойошма күрһәтелгән.